СУМАҘАН — 1 июля 2026 г. в 14:20:16.245
СУМАҘАН Яҙылыштыҡ... Йәшәр урын да юҡ, Икебеҙҙә - берәр сумаҙан, Бар малыбыҙ - урғып торған һөйөү, Уйлау ҙа юҡ - алда ни яҙған! Иң мөһиме - беҙ бит хәҙер бергә, Ни күрһәк тә тигеҙ бүлергә, Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөшөп Әҙербеҙ бит хатта үлергә! Торғаны бер һинд киноһы инде, Йәшәрбеҙ ҙә кеүек киноса, Ғүмер буйы һүрелмәҫ мөхәббәт Шатлыҡтарға ғына юл аса. Сикһеҙ түгел дәһә һинд киноһы Тиҙ үк бөтә: унда "һаппи энд". Ғаиләнең башҡа сценарийы, Ҡайһы саҡта хатта һапһыҙ еп! Сеймәлтеп тә сырмай уны тормош, Сығып ҡара тәңгәл осона. Һәр ымһынған һайын улъя-ҡалъя* Яуып ҡына тормай усыңа Иргенәм дә ябай кеше икән, Мин үҙем дә түгел фәрештә, Ғәфү үтенмәйбеҙ фильмдағыса, Яңылышмайбыҙ, имеш, бер эштә... Еңмештәр... Үпкәләшкәс, бер саҡ сумаҙанды Йыймаҡ булдым ҡайтыр тарафҡа. Эске тауыш әйтә: ауһарланма, Ул бит һине үлеп ярата! Яратһа һуң ниңә, кисер, тимәй, Тубыҡланып баҫмай алдыма?😄 ... Табаҡ-һауыт шалтырамаҫ тиеп Уйлағанмын икән, диуана. Бергә үтте ярты быуат ғүмер, Кисерҙек тә бергә төрлөһөн. Аңлаһасы йәштәр, мөхәббәттең Сабырлыҡтан тора өрлөгө. Сынығыуҙар үтеп, һөйөү ҡалған, Әйтерһең дә йылдар уҙмаған Әллә нисә кино төшөрөрлөк... Ә башында - ике сумаҙан. (Гүзәл Ситдиҡова) *улъя - табыш, мал-мөлкәт; ҡалъя - бешкән һимеҙ ит киҫәге; табыш-файҙа

