ТИҘҘӘН БУШЛАЙ КОНЦЕРТ — 1 июля 2026 г. в 11:49:42.869
ТИҘҘӘН БУШЛАЙ КОНЦЕРТ Йәйгеһен тормош икенсе ағымға күсә. Күңел бесән еҫе, сағыу йондоҙҙар, бала саҡ хәтирәләре яғына тартыла. Тыуып-үҫкән нигеҙгә, туғандарға, атайсалыбыҙға ашҡынабыҙ. Тап шундай матур мәлдә үҙенсәлекле стиле, милләтебеҙгә хас тыйнаҡлығы, көслө моңо менән танылған йырсы Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА «Ҡайтам» концерт туры сиктәрендә беҙҙең тарафтарға юллана. Йырлы-моңло күстәнәстәре менән яҡташтарына талпынған йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Тулыраҡ: https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2026-07-01/ataysalym-r-sa-k-elem-t-rend-4738500

