"Фатиха" сүрәһе — 9 июля 2026 г. в 16:05:23.117
"Фатиха" сүрәһе Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. 1.Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. 2.Әррахмәәнир-рахиим. 3. Мәәлики йәүмид-диин. 4. Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин. 5.Иһдинәс-сырааталь-мүстәҡыым. 6.Сыырааталләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль-мәғдууби ғәләйһим үәләәд-дааааллиииин. Сүрә 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡөрьәнде башлаусы, Ҡөрьән эсенә алып инеүсе, китапты Асыусы, Ҡөрьән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ - Фатиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ башлаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, бер фатиха, тигән кеүек тәкбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. «Фатиха» сүрәһенән башҡа Ҡөрьән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ. Тәфсире 1. Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым). 2. Бөтөн ғәләмдәрҙең (халиҡтарҙың) тәрбиәсеһе Раббы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! 2. (Ул) мәрхәмәтле, рәхимле. 4. Яза Көнөнөң (Әхирәттең) хужаһы. 5. Бары тик Һиңә (генә буйһоноп) ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм (бары тик) Һинән (генә) ярҙам өмөт итәбеҙ. 6. Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер. 7. (Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә!

