Мотал Рәмов — 4 октября 2026 г. в 07:29:01.910
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре “Мең ярымлы” ҡатын Йәш, сәләмәт сағым. Мин дә башҡалар кеүек үҙ аллы һин дә мин йөрөйөм, үҙ хәжәтемде үҙем атҡарам... Бер шулай көҙ айында автобус менән баш ҡалаға барырға булдым. Минең ниәтемде ишеткән таныш ҡатын сат йәбеште бит: –Миңә лә Өфөгә барырға кәрәк. Һинән ҡалмайым, мин дә барам. Икәү икәү булырбыҙ әле, һөйләшеп барырбыҙ... Унан сумкам да бик ауыр, көс еткеһеҙ, тотошоп барырһың... –Ярай, улайһа... Түлкә мин Иҫәнғол аша, төнгө автобус менән барам. Ризаһыңмы һуң? –Ищү лә һәйбәт! Таңға барып төшәбеҙ, апайымдарға нисек тә барып етермен әле, бик булмаһа, автовокзалдан такси яллармын... Киттек парлашып юлға сығып. Ханымдың уҫтаптай юл сумкаһы ысынлап көс еткеһеҙ икән! Автобусҡа саҡ индерҙем... –Апайыңа ярты донъяңды тейәп алдыңмы әллә? Таш тултырылған кеүек ауыр сумкаң? –Ауыл күстәнәсе инде... Ит, май-ҡаймаҡ... –Да-а-а... Улай “күстәнәстәр” ташыусыларым булһа, мин дә йәшәр инем гурыдта... Килеп төштөк Иҫәнғол автовокзалына. Алай ҙа Өфөгә билеттар бар икән, алдыҡ та, автобус көтөп, перронда торабыҙ. Баяғы ҡатын фырт ҡына кейенгән – өҫтөндә ҡиммәтле шәшке тун, башында шундай уҡ бүрек! –Әйҙә, сәй эсеп сығайыҡ! Носильщиклығың өсөн үҙем һыйлайым һине! –Юлда йөрөгәндә ашап-эсмәйем мин, рәхмәт! Үҙегеҙ генә эсеп килегеҙ... Мин сумкаларҙы ҡарап торормон. –Шулайтмаған... Сумкаға кем тейһен... Әйҙә, әйҙә, һыйлағанда һыу булһа ла эс, тиҙәр бит! Ҡатын мине ҡултыҡлап уҡ алды. Вокзал алды тулы кеше. “Һай-һай, мынау ирҙең бисәһе! Мең ярым менән йөрөүен күрегеҙ ! Быға сыҙап йәшәгән ир бахырға ни әйтәһең... – Артыбыҙҙан ҡатын-ҡыҙҙың шулайыраҡ һөйләшкәндәрен ишетеп, оялып китәм. – Етмәһә, иренән байтаҡҡа өлкән дә шикелле үҙе...” Автобуста урындарыбыҙ алда ине һәм мин оло ғына бер апайға урынымды тәҡдим итеп, үҙем артҡа үттем. –Нишләп артҡа шылаһығыҙ? Артта һикертә бит... – Юлдашым аптырап минән һорай. –Юҡ, оло кеше ултырһын алда... – “Мең ярым”дан уңай ҡотолғаныма һөйөнөп, мин йәһәт кенә артҡа күсеп ултырам...