Ҡалған күңел. — 18 июля 2026 г. в 02:14:55.056
Ҡалған күңел. Еп тоторлоҡ урыны юҡ- Ҡырҡ ямауға ҡалған күңел. Үҙ- үҙеңә ҡаршы килеп Кисермәү ҙә ирлек түгел. Яйлап ҡалҡа, яйлап ҡата Араларҙа ҡәлғә, кәртә... Кәртәләрҙе емерә алмай Йылдар нимә, ғүмер үтә. Үткән ғүмер, ҡалған хәтер Бәғерҙәрҙе уттай өтә. Кескәй телдән төшкән осҡон Күңелде көл итеп үтә. Телде ҡай саҡ тыйыбыраҡ, Әйтер һүҙҙе һайлабыраҡ, Ҡағылһаҡ күңел ҡылдарын Аябыраҡ, абайлыраҡ... Йәшәр инек күпкә тыныс. Сыҡмаҫ ине ыҙғыш, иреш... Һаҡланыр ине күңелдәр Бер ямауһыҙ. Бөтөн килеш. Гөлзифа Исрафилова.

