Алма. Рауил Бикбаев. — 17 июля 2026 г. в 04:49:17.567
Алма. Рауил Бикбаев. Алмағастың иң осонда Тороп ҡалған яңғыҙ алма. Ҡояш һымаҡ балҡығанын Күрҙе малай, Күҙен алмай. Әйҙә, өҫкә! Әйҙә, өҫкә! Ер тәү тапҡыр аҫта ҡала. Ниндәй киңлек! Ел һыҙғыра. Бит һыҙырыла. Ҡулдар тала. Малай еңмеш. Еңмешлеге Әйтә уға: – Туҡтамаҫҡа! ... Алам тиеп үрелгәндә Алма Өҙөлөп Осто аҫҡа. Тик буш ботаҡ ҡалтырана. Сабый текләп ергә ҡарай. Өҙөлөп төшкән шул алманы Алып ҡасты ят бер малай. Алма уның устарында Әйләнһәсе ялҡын-утҡа. Донъя ҡайһылай иртә бүленә Түбәнлек һәм ғорурлыҡҡа. Түбәнлек Һәм Ғорурлыҡҡа.

