Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Сосновка ауылы ирекмәндәре сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерл... — 25 июля 2026 г. в 03:47:05.660
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Сосновка ауылы ирекмәндәре сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләне. Был юлы Санкт-Петербург хәрби госпиталендә дауаланыусы Башҡортостан егеттәре өсөн тәғәйенләнде. Ауыл күстәнәстәре, бәлештәр, милли ризыҡтар, медикаменттар менән тулы ярҙамды Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ауылдашыбыҙ Гөлназ Хәләф ҡыҙы һәм тормош иптәше Динар Мөхәммәт улы Ибраһимовтар алып барып тапшырҙы. Әйткәндәй, Гөлназ Хәләф ҡыҙы һәр ваҡыттағыса егеттәрҙе бишбармаҡ һәм тултырма менән һыйланы. Илебеҙ тынысланып, яугирҙәрҙең һәр береһенең иҫән генә тыуған яҡтарына, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Сосновка ауылы ирекмәндәре төркөмө етәксеһе Зәйтүнә Рәхмәтуллина.

