👍Оло йөрәк һәм ҡыйыулыҡ — 24 июля 2026 г. в 16:07:14.889
👍Оло йөрәк һәм ҡыйыулыҡ Баймаҡ районының Граф күле буйында һыу инергә килгән ике малайҙы ағым эләктерә. Уларҙың береһе йөҙә белә, икенсеһе юҡ. Ярҙағыларҙың береһе лә уларға ярҙамға ашыҡмай. Ошо мәлдә йәш пар Динислам менән Дилә оло батырлыҡ күрһәтә. Динислам һыуға һикерә, уның артынан, ҡотҡарыу ҡулсаһы тотоп, Дилә ырғый. Батҡан малай был ваҡытта аңын юғалтып, күм-күк төҫкә инә. Әммә Дилә бирешмәй — ул бит Сибай медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған! Уның тырышлығы менән баланың йөрәге тағы тибә башлай. "Һеҙ минең улымды ла, ғүмеремде лә ҡотҡарҙығыҙ, ул булмаһа, мин дә йәшәй алмаҫ инем", — тип рәхмәттәр уҡый баланың әсәһе. Кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡта, үҙҙәренә ышанып, баланы ҡотҡарырға ташланған Динислам менән Диләгә һоҡланабыҙ! Матур ҙа, батыр ҙа парға бәхетле тормош теләйбеҙ!

