Рәсәй Президенты Владимир Путин Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе Ирина һәм Ғәзиз Шәй... — 24 июля 2026 г. в 13:09:57.952
Рәсәй Президенты Владимир Путин Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе Ирина һәм Ғәзиз Шәйәхмәтовтарҙы "Ата-әсәлек даны" ордены бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Тиҙҙән награда хужаларын табасаҡ. Шәйәхмәтовтар ғаиләһендә 15 бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлыҡтары 32 йыл бергә татыу ғүмер итә һәм ошо ваҡыт эсендә 15 бала тәрбиәләп үҫтергән. Әйткәндәй, уларҙың етәүһен улар ҡарауға алып, ата-әсә һөйөүен бүләк иткән. Ғәзиз Илгиз улы 35 йыл уҡытыусы булып эшләгән, хәҙер урындағы мәсеттең имам-хатибы. Ирина Рафаэль ҡыҙы "Өмөт" алмаш ғаиләләр район клубы менән етәкселек итә, хәҙер йорт хужабикәһе. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Шәйәхмәтовтар өсөн был тәүге награда түгел. 2018 йылда улар "Йыл ғаиләһе" төбәк конкурсында еңгән. Ғәзиз Илгиз улына "Атайлыҡ даны" миҙалы, ә Ирина Рафаэль ҡыҙына "Әсәлек даны" миҙалы бирелгән. Әйткәндәй, Шәйәхмәтовтарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, Башҡортостанда әлеге көндә 20 ғаиләгә "Ата-әсәлек даны" ордены бирелгән, 34 ғаилә ордендың миҙалы менән билдәләнгән.

