Баймаҡ районы егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Даян Мурзин исемендәге башҡорт...
Баймаҡ районы егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән "Байыш" позывнойлы яугир тыуған ауылына ялға ҡайтты. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул 3 миҙал менән бүләкләнгән. Алыҫ юлдан ҡайтыу менән, 15 июль ата-әсәһен ҡыуандырып, туған, дуҫтарын йыйып тыуған көнөн яҡындары араһында ҡаршы алды. "Байыш" ҡа ныҡлы һаулыҡ, имен һау йөрөүен теләйбеҙ. Яугирҙең яҡындарына, ауылдаштарына иң изге теләктәр еткерәбеҙ.