Баймаҡ районы Байыш ауылының иң әүҙем ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәр ө...
Баймаҡ районы Байыш ауылының иң әүҙем ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙамдың ҙур партияһын әҙерләгән. Наилә Сөләймәнова, Рәмзиә Әблүзина, Гөлиә Хөсәйенова һәм Гөлсинә Әлибәкова 35 банка тушенка япҡан. Байыштар имам-хатиб Илнур Аблүзинға айырым рәхмәт белдерә. Ул йылҡы ите һатып алыуҙа финанс ярҙам күрһәткән. Ә Ғаяз Аблүзиндың ғаиләһе 5 ҡумта еүеш салфетка һатып алып тапшырған. Барыһына ла хәстәрлектәре һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөш өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.