Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев батыр ил һаҡсылары - «Мирон» һәм «Старый...
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев батыр ил һаҡсылары - «Мирон» һәм «Старый» ҡушаматлылы яугирҙәр менән осрашты. -Ике йыл ярым туғандарын күрмәгән «Мирон» әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Уға бирелгән генерал Шайморатов миҙалы яусыл характерын күрһәтә. Утты-һыуҙы кискән һәм ауыр яра алған «Старый» иһә хәҙер тыныс тормошҡа яңынан өйрәнә. Уның Батырлыҡ ордены — ябай ғына металл түгел, ә иң ҡатмарлы мәлдә лә уның юғалып ҡалмауына шаһит. Барығыҙ өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт, егеттәр. Мирон, үҙеңде һаҡла, беҙ һине иҫән-һау көтөп ҡалабыҙ. Ә «Старый»ға — тыныс тормошта көс, һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр! - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район башлығы.