Алма ҡоймағы
Алма ҡоймағы Кәрәк: 200 грамм он, 1 стакан һөт, 1-2 йомортҡа, 2 алма, 0,5 сәй ҡалағы сода, 2-3 аш ҡалағы шәкәр, 1 семтем тоҙ, үҫемлек майы (ҡыҙҙырғанда) кәрәк. Йомортҡаларҙы сөм һауытҡа һытып, шәкәр һәм тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Унан һөт ҡойоп, яҡшылап туҡыйбыҙ. Ондо иләп, болғата-болғата, аҙ-аҙлап өҫтәйбеҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндереп ҡамырға ҡушабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Алмаларҙы ҡабығынан, төштәренән таҙартып, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә ҡамырға ҡушып болғайбыҙ. Майлы табала ике яҡлап ғәҙәти ҡоймаҡ бешергән кеүек бешерәбеҙ.