4 августа Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә тантаналы рәүештә никах теркәү үтте һәм 200-сө...
4 августа Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә тантаналы рәүештә никах теркәү үтте һәм 200-сө номерлы акт яҙыуы төҙөлдө. Был көндө Аблаев Урал Марат улы менән Ғәлиева Камилла Марат ҡыҙы ғаилә ҡорҙо. — Быйыл ғинуар айында беҙҙе атай-әсәйҙәр таныштырҙы, — ти Урал. — Беҙ ҡаршы килмәнек, аралашып ҡарарға булдыҡ, һәм бына бөгөн өйләнештек. — Беҙ өс бала планлаштырабыҙ, — тине Камилла. Ә ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм ҡунаҡтар йәштәргә сикһеҙ бәхет, үҙ-ара мөхәббәт, һаулыҡ, барлыҡ эштәрендә уңыштар һәм теләктәренең тормошҡа ашыуын теләне.