Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Хәйбулла егеттәренең ғаиләләренә дәүләт наградалары...
Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Хәйбулла егеттәренең ғаиләләренә дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре өсөн яугирҙар үлгәндән һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Наградалар геройҙарҙың яҡындарына тапшырылды. Ысын ил һаҡсыларын, батыр улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тыныслыҡ даулап яу ҡырына юлланған яҡташтарыбыҙҙың ғүмере өҙөлөүө аяныс. Хәйбулла уландарының батырлығы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.