Башҡортостан ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа 55 дрон оҙатҡан
Башҡортостан ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа 55 дрон оҙатҡан Ишембай ҡалаһынан Алексей Кашин һәм Виктория Сәлимова4 йыл дауамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ өсөн пилотһыҙ осоу һәм ер өҫтө аппараттары проектлай һәм йыя. Йәштәр фронт ихтыяждарына 55 пилотһыҙ осоу аппараты тапшырған. Ирекмәндәр бының менән генә туҡтап ҡалмай. Бөгөн улар хатта элемтә булмаған шарттарҙа ла эшләй алған ҡоролмалар, шулай уҡ 20 килограмм йөк күтәреү һәләтенә эйә булған яңы осоу аппараты төҙөү өҫтөндә эшләй. Барыһы ла Еңеү өсөн! Егеттәребеҙҙең иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!