Мотал Рәмов
Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй... Был хәлде миңә ҡоҙам бәйән иткәйне. Әле һаҡмар йылғаһы буйындағы бөткән ерҙән яңынан тергеҙелә башлаған, хозур тәбиғәтле, киң бәйелле кешеләр йәшәгән, бай тарихлы Арылбай ауылында тыуып-үҫкән ул... Халыҡ үҙ-ара татыу, аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән матур, иҫ киткес һоҡланғыс заман... Үҙ-ара алыш-биреш итеү, бер-береңә бер ниндәй түләүһеҙ ярҙам итеү ғәҙәти хәл, шулай тейеш булған күренеш ине ул саҡта. Ун-ун ике йәшлек бәләкәй малай ғына ҡоҙамды күрше ауылда йәшәгән олатаһы көтөү көтөшөргә саҡыра. Таң менән олатаһы ҙур, оҙонтороҡ атын эйәрләп, әҙерләп тә ҡуйған. Уныһы, йәш мал, ушҡырып, ер сапсып бәйле тора икән. –Тиҙерәк бул, балам... Йәһәтерәк ҡыймылда, хәҙер кеше малын аса,– тип , инәһе йөрөй өтә һуғып, ашыҡтырып... Быға ҡәҙәр һыбай әллә ни йөрөмәгән ҡоҙам белдекле генә ҡиәфәттә атҡа атлана. “Ат башында ҡурҡыныс ҡына икән дәбаһа...” – Ләкин шөрләгәнен ололарға белгертмәй малай, артҡы яҡтағы заправканы урап, атын ауыл осона бора. Әмәлгә ҡалғандай, бер ваҡыт ҡапыл ҡайҙандыр килеп сыҡҡан бесәй юлды ҡыйып үтә... Ирегеп торған йәш ат өркөп, ситкә тайшана. Ат башында уны-быны уйламай ултырған малай эйәрҙән осоп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡала... Бары тик дауаханала ғына аңына килә ул һәм ун көн самаһы дауаланыу курсы үтә. Ярай әле етди йәрәхәт алмай... Хәҙер көлөп иҫкә алһа ла, үҙ мәлендә көлкө лә булмағандыр инде... Боронғо кешеләрҙең тыныслығына, хәлде аңлап, кисерә белеүенә ниндәй асыҡ миҫал! Хәҙер булһа, эш мотлаҡ судҡа олғашыр ине... Заман башҡа – заң башҡа шул... Ә ваҡиға булған 18 июль көнө ҡоҙамдың хәтеренә ғүмерлеккә уйылып ҡала!