🎁Китапханала йәнә яңы китап!
🎁Китапханала йәнә яңы китап! Хөрмәтле ауылдашыбыҙ, билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Мотал Зәкирйән улы Рәмов китапханаға үҙенең«Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйек...», тип исемләнгән «эҫе»генә китабын тапшырҙы. Был китап,Йылайыр районы Сәләх ауылының 100 йыллыҡ юбилейына бағышлана. Унда ауылдың ҡыҫҡаса тарихы, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемлеге, ауылдаштары тураһындағы хәтирәләр, ауылдаштарының шиғри әҫәрҙәре һәм авторҙың ижад емештәре урын алған. Мотал Зәкирйән улына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Илһам шишмәләрегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен! ИСЕМЕМДӘ ИКӘН ЕСЕМЕМ. (өҙөк) Бәләкәй сағымда, эй, исемемдән ояла торғайным-әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған ҡарт исем ҡушҡандар ул миңә, йәнәһе... Етмәһә, атайым да өнәп етмәне исемемде, уңайы сыҡҡан һайын: «Улым, паспорт алғанында исемеңде алыштырырһың... ҡәйнәмдең һүҙен йыкмаҫ өсөн генә ҡуштырғайным... Метрикәндә ҡыҫҡартып яҙҙыртһам да, барыбер күңелгә оҡшап етеңкерәмәй...» Ә әсәйем менән өләсәйем, күп кенә туғандарым гел генә тулы исемем менән өндәштеләр, хатта ҡайһы берҙәре әле лә шулай итәләр... Исемемде хушһынмауым 14-15 йәшемә ҡәҙәр дауам иткәндер. Тиҙерәк паспорт алыу тураһында хыялланып йөрөйөм шулай... Бер мәл Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең тәржемәи хәле хаҡында дини әсбап ҡулыма килеп эләкте. Уны ҡартатаһы Моталлип хәҙрәт үҫтергәнлеге хаҡында уҡып, уйға ҡалдым... Ниндәй бөйөк һәм диндар кешенең исемен йөрөтәм икән дәһә! Етмәһә, ҡолаҡтарыма аҙанды ла беҙҙең яҡта билдәле һәм хөрмәтле дин әһеле Фәтхулла хәҙрәт ҡысҡырған! - Был малай арҙаҡлы шәхес булып китер әле бер заман! Ҙур исем алды, исеменә есеме лайыҡ булһын! — тип доға ҡылған олуғ дин әһеле. Был хаҡта миңә әсәйем менән өләсәйем мәрхүмәләр бәйән итер ине... -Эш исемдең матурлығында, әйтергә еңел, яңғырауыҡлы булыуында түгел, балам, — исемемде яратмағанлығымды яҡшы белгән өләсәйем мине исем алмаштырыу хаҡындағы ниәтемдән ипләп кенә, бик һаҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән дүндерергә тырышты. — Инабатыңды юғалтма, аслан! Һиңә мин исеменде изге ниәт менән ҡуштырҙым... Өләсәйем әйткән һүҙҙәрҙең асылына бик күп йылдар үтеп, үҙем дин юлында унды-һулды айыра башлағас ҡына төшөндөм... 🖊️Мәғлүмәт һәм фото «Читающий Старый Сибай» төркөмөнән #иҫкесибайкитапханаһы