Эх, сентябрь, һинең менән
Эх, сентябрь, һинең менән Бер бейергә сыҡтым әле. Ҡосағыңа һыйындым да, Күҙҙәреңә баҡтым әле. Күҙҙәреңдең аяҙлығын, Көҙҙәреңдең шаянлығын, Шәрбәт һауаң менән бергә Һондоң миңә һемерергә. Көҙ көйөнә япраҡтарың Алтын һорау яуҙыралар, Яуап итеп асфальтыңа Минән инша яҙҙыралар. Нисек йәйем үткәнен дә, Йөрәкте ни өткәнен дә, Яҙҙым әле шул иншала, Һуғыш бөтһөн, йә, Ин-шә-Аллаһ! Эх, сентябрь, һинең вальсың Әйләндерә баштарымды. Бер серләшмәй һинең менән Ашай алмам аштарымды. . Рәшиҙә Рәис.