Ғәлиәхмәттә көҙ байрамы!
Ғәлиәхмәттә көҙ байрамы! - Көҙгө уңыштар йыйып алынғас, Ғәлиәхмәт ауылының Хоҙайбирҙин урамы ҡатын-ҡыҙҙары тырышлығы менән урам байрамы ойошторолдо. Тәмле сәй табыны, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, гармун көйҙәре аҫтында йыр -бейеүҙәр менән үттте был сара. Ауыл әүҙемселәренең береһе - Роза Бүребай ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы бүләктәр менән дә ҡыуандырҙы. Байрамда шулай уҡ китапханасы Миңзәлә Шәйхетдин ҡыҙы тарафынан китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Теләге булған һәр кем үҙенә оҡшаған китаптарҙы ала алды, - ти ойоштороусылар. Ошондай матур сараны ойошторған ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына афарин тип әйтергә генә ҡала. #Айыҡауыл2026 #Трезвоесело2026