Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары ябылды.
Башҡортостанда бөтә һайлау участкалары ябылды. Дәүләт Думаһына, Башҡортостан парламентына, шулай уҡ Өфө ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар өсөн тауыш биреү тамамланды. Һайлау өс көн дауам итте. Республикала 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләне. Халыҡ өсөн өс телдә нәшер ителгән бюллетень әҙерләнде. Ошо минуттарҙа һайлау комиссияһы ағзалары бюллетендәрҙе иҫәпләй башлай. Башҡортостанда һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте.