Хәҙер күп сығыш яһағас, үҙемде ярайһы уҡ оҫтарып алғанмын кеүек тоя инем 😁Тура эфирҙам...
Хәҙер күп сығыш яһағас, үҙемде ярайһы уҡ оҫтарып алғанмын кеүек тоя инем 😁Тура эфирҙамы, тамашасы тулы залдамы — элеккесә ҡаушау, тулҡынланыу һиҙелмәй. Әммә был осрашыуҙа... Бер ҡәләмдәшем әйтмешләй, ысын мәғәнәһендә имтихан тотҡан кеүек булдым. Сөнки залда — ауылдаштарым, уҡытыусыларым, атайым һәм әсәйем ине... 14 октябрҙә Йомағужа клубында «Ижад — ул шәхсикүңел сағылышы» тип исемләнгән ижад кисәм үтте. Бындай сара ойоштороласағын мин ауылға ялға ҡайтҡас ҡына белеп ҡалдым. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр: «Барыбер бер ҡайҙа ла сыҡмайым», — тип матур кейемдәремде лә алмай ҡайтҡайным. Китаптар тураһында һүҙ ҙә юҡ... Шулай итеп, үҙемдең кисәмә көтмәгәндә барып эләктем. Осрашыуҙа ауылдаштарымдан һәм уҡытыусыларымдан тыш, яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваны, ҡасандыр үҙем эшләп киткән «Ауыл уттары» гәзите һәм район китапханаһы хеҙмәткәрҙәрен күреү миңә ҙур шатлыҡ булды. Атайым менән әсәйем бәләкәй сағымды иҫкә алып, анекдоттар һөйләргә яратҡанымды көлдөрөп һөйләп алды. Ул ғәҙәт күптән онотолған инде, хәҙер ул тиклем хәтер ҙә юҡ😂 Мәктәпте тамамлағанға ун бер йыл ваҡыт үткән, әммә уҡытыусыларым шул уҡ йәп-йәш, шул уҡ матурҙар — һис тә үҙгәрмәгәндәр! Уҡыу йылдары тураһында матур хәтирәләрҙе яңыртҡандары, йылы һүҙҙәре өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ҡасандыр улар күңелемә һалған ышаныс, биргән ҡанаттар әле лә ижад итергә көс бирә. Сарала ҡатнашыусы Сәләх ауылының апайҙары (еңгәйҙәр) — үҙе бер биҙәк. Ҡасандыр улар республика күләмендәге «Айыҡ ауыл» конкурсында гөрләтеп сығыш яһап, ауылыбыҙҙы танытҡайны. Хәҙер: «Сәләхтәнмен», — тиһәм, күптәр белә. Йомағужаның «Ҡайтауаз» төркөмө лә бик әүҙем эшләп килә. Ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусы апайҙар ул. Уларҙы күреүгә лә сикһеҙ ҡыуандым. Ә мәктәптең бейеүсе ҡыҙҙары иҫ китерлек бит! Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙарҙың иң бәләкәйе сәхнә артынан мине күргән һайын ҡул болғап мине йылмайткайны. Кем балаһы булғандыр, таныманым инде, тигән булайым😁 «Китап уҡыуҙан башҡа эшем юҡ», — тигән Йәмилә Ибраһим ҡыҙы ла һәр ваҡыттағыса төплө фекерен еткерҙе. Бына кем ул башҡорт матбуғатын ҡалдырмай уҡыусы! Кисәне алып барыусы Лилиә Шәфҡәт ҡыҙы ҡасандыр минең класс етәксем булғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның әсәһе минең хеҙмәттәшем Рәзинә Зәйнетдинованы уҡытҡан икән. Бына шулай донъя тар! Сараның иң сағыу өлөшө, моғайын, сәхнәләштерелгән күренештәр булғандыр. Тәүҙә яңы — «Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер» повесымдан өҙөк күрһәттеләр, шунан бер нисә юморескамды уйнанылар. Шул тиклем ихлас сығыш яһанылар, хатта ирекһеҙҙән: «Ҡалай ҡыҙыҡ яҙғанмын», — тип уйлап ҡуяһың. Ысынында иһә, был — яҡташтарымдың артислығы һәм оҫталығы емеше! Зал менән рәхәтләнеп көлә-көлә ҡараныҡ. Яҙам тиһәм, тәьҫораттар бик күп. Кемделер телгә алмаһам, кисерегеҙ. Барығыҙҙы ла күреүемә шул тиклем ҡыуандым! Яҡташтарымдың уңыштарыма шулай ихлас ҡыуаныуы, хуплап тороуы — минең өсөн иң оло баһа. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яңы уңыштар теләйем! Ҙур рәхмәт һеҙгә! 🖊️Заһиҙә Мусина