🌺27 сентябрь көнө Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы ағинәйе Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙы Самарбае...
🌺27 сентябрь көнө Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы ағинәйе Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙы Самарбаеваның 90 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Матур ғаилә - ил күрке, тиҙәр бит, беҙгә ошо матур ғаиләнең матур байрам сараһында ҡатнашырға тура килде. 90 йәш – әйтеүе генә анһат, ә күпме һынауҙар аша үтергә тура килә Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙына. Ул 1936 йылдың 27 сентябрендә Әбйәлил районы Мәйгәште ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы килтҽргән ауырлыҡтар, аттай ҽгҽлҽп эш итҽү - былар барыһы ла Мәүҙиға инәйҙең башынан үткән һынауҙар. Атай наҙы күрмәй, белем дә ала алмай, бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫә ул. Матур, һөйкөмлө ҡыҙ 1960 йылда Ҡолсора ауылының ут сәсрәтеп торған егеттәренең береһе - Һөйөндөк Мөхәмәткилде улына тормошҡа сыға, 3 улға һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ауыл хакимиәтенең өлгөлө ғаиләләренең береһе була улар. Ҡасан барма ишек алдында бөхтәлек, таҙалыҡ, нур һирпелеп тора. 50 йыл бергә бер уйлы, бер һүҙле булып ғүмер кисерә улар. Үкенескә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Һөйөндөк ағайыбыҙ юҡ инде беҙҙең арала. Мәүҙиға инәйҙең тормош юлында ауыр һынауҙар ҙа осрап тора. Өлкән улы Юлайҙы Афғанстанда барған мәғәнәһеҙ ҡан-ҡойоштан көтөп алғансы күпме ут йота ул, күпме уйланмаған көндәр, күпме йоҡламаған төндәр... бер үҙе генә белә инде Мәүҙиға инәй...Кесе бауыр ите Наилды юғалтыу ҙа әсә йөрәгенә күтәрә алмаҫлыҡ яра һала... Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙы ҡайғыларын эш менән баҫа, ауыр һынауҙарға бирешмәй матур итеп донъя көтә. Әлеге мәлдә уның янында яратып, ҡәҙерләп тороусы ҡыҙы, улдары, килене, 7 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре бар. Улар барыһы ла Әсәй, Өләсәй, Ҡартәсәй тип өҙөлөп торалар. 90 йәш – ул ғүмер сиге түгел, Уҙыусылар бар бит йөҙҙө лә, Иҫәнлектә яҡындарың менән Баҫһаң ине ғүмер көҙөнә. Хөрмәтле Мәүҙиға инәй!!! Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы булған кеүек, кеше ғүмеренең дә һәр миҙгеле үҙенсә матур. Иң мөһиме яҡындарың, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең ҡәҙер-хөрмәтендә бүлә-бүләсәрҙәреңде һөйөп үтһен ул ғүмер... Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Йәшәгән йортоғоҙ йылы, йәмле булһын, яратҡан балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүләләрегеҙ, яҡындарығыҙ хәстәрлеге һәм һөйөүе менән һөйөндөрһөн. Һеҙҙең сәскә атҡан йортоғоҙ, таҙа ихатағыҙ, тәрбиәле түтәлдәрегеҙ, йыйнаҡ өйөгөҙ һәр ваҡыт һоҡландырып торһон. Һеҙҙең ишек яҡын кешеләрегеҙ, дуҫтарығыҙ һәм күршеләрегеҙ өсөн һәр ваҡыт асыҡ булһын. Алдағы ғүмер юлығыҙ тик аяҙ көндәрҙән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон! 🖊️ГҮЗӘЛ МӨХӘМӘТҠУЖИНА.