🌹Ҡотлайбыҙ! — 3 октября 2026 г. в 04:45:27.147
🌹Ҡотлайбыҙ! Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары ҮТӘБАЕВА Әлфирә Рәсүл ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уның инициативаһы менән колледжда ижади конкурстар, концерттар һәм ирекмәнлек акциялары үткәрелә. Әлфирә Рәсүл ҡыҙы үҙе лә ирекмән, «Беренсе тирмә» проектында ҡатнашып, махсус хәрби операция биләмәһенә барып госпиталдә яралыларҙы баҡты.