Ейәнсура районында сабый балалар баҡсаһынан ҡасҡан һәм трассаға барып сыҡҡан
Ейәнсура районында сабый балалар баҡсаһынан ҡасҡан һәм трассаға барып сыҡҡан Республика прокуратураһы мәғлүмәте буйынса, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе үҙаллы учреждение территорияһынан сығып киткән һәм Магнитогорск – Ира автомобиль трассаһы аша йүгереп сыҡҡан. Уны юлдан үтеп барған ҡатын күреп ҡалған һәм полиция бүлегенә хәбәр иткән. Был факт буйынса тикшереү үткәрелгән. Бындай хәл тәрбиәләнеүселәргә ҡарата тейешле контроль булмау сәбәпле килеп тыуған, тип белдерҙеләр ведомствола. Учреждениеға 50 мең һум штраф һалынған. Балалар баҡсаһы мөдире исеменә бындай хәлгә юл ҡуймау тураһында киҫәтеү яһалған.