❗Əйтер һүҙең өс иләк аша үтһен
❗Əйтер һүҙең өс иләк аша үтһен Бер кеше аҡыл эйәһе янына килә лә: - Һеҙҙең турала дуҫығыҙ нимә һөйләгәнен әйтәйемме? - ти, йыш-йыш тын алып. - Туҡта, көтөп тор, - тип яуаплай аҡыл эйәһе. – Нимә әйтергә теләгәнеңде тәүҙә өс иләк аша үткәр. - Нисек? - Беренсенән, был һүҙҙәрҙе ДӨРӨҪЛӨК иләгенә һал. Миңә әйтәһе һүҙеңдең хаҡ икәнен ныҡлы беләһеңме? - Юк. Ишеттем генә... - Яҡшы. Тимәк, дөрөҫмө-түгелме икәнен белмәйһең. Хәҙер инде был хәбәреңде ИЗГЕЛЕК иләгенән үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында яҡшы хәбәр әйтергә теләйһеңме? - Юҡ! Киреһенсә... - Тимәк, - тип һүҙҙе бүлә аҡыл эйәһе. – Һин уның тураһында, хатта ки дөрөҫлөктө белмәһәң дә, ниндәйҙер насар һүҙ еткерергә ниәтләйһең. Өсөнсөһө – ФАЙҘА иләге. Миңә был хәбәрҙе ишетеү мотлаҡмы? Ул тормошома ыңғай йоғонто яһармы, файҙа килтерерме? - Юҡ... - Тимәк, еткерергә теләгән һүҙең хаҡ та, яҡшы ла, файҙалы ла түгел. Бындай осраҡта уны ниңә әйтергә? ИНТЕРНЕТТАН АЛЫНДЫ