Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылында фажиғә теркәлгән: үгеҙ үҙенең хужаһын һөҙөп үлтерг...
Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылында фажиғә теркәлгән: үгеҙ үҙенең хужаһын һөҙөп үлтергән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итә. Үрге Ғәле ауыл советы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килеп сыҡҡан хәфефле хәл үткән аҙнала булған. Кискеһен 68 йәшлек ир ике йәшлек үгеҙҙе һарайға индерергә маташҡан. Әммә мал көтмәгәндә хужаһына һөжүм иткән. Пенсионер ҡасып өлгөрә алмаған, үгеҙ уны һөҙөп йыҡҡан. Алған йәрәхәттәре бик ауыр була, ир аңына килмәйенсә урында уҡ йән биргән. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.