Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов төбәктең күп балалы әсәйҙәре — Япарһаҙ ауылынан Гүзәлиә Фәниәз ҡыҙы Исҡужинаға һәм Йылайыр ауылынан Ольга Геннадьевна Шитоваға «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы. «Әсә булыу — ул ҡыуаныс, ә биш бала әсәһе булыу — ҙур яуаплылыҡ та. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм мөхәббәт теләйем!» - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борис Николаевич.