Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхти...
Сибай концерт-театр берекмәһе йырсылары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева һәм Айнур Мансуров - «Ете ҡыҙ» ирекмәндәр ойошмаһы менән бергә махсус хәрби операция үткәреү зонаһына барып ҡайтты. "Донецкиҙағы беренсе сығышыбыҙ ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Беҙ күк йөҙө төтөн менән уратып алынған, ер тетрәп торған урында — ер аҫты госпиталендә йырланыҡ. Зилиә «Халҡыма» тигән йырҙы башҡарғанда, яралы яугирҙәрҙең күҙҙәрендә йәш күренде. Музыканың милләте юҡ, һәм ул аҫта, төрлө милләт һәм дин вәкиле булған илһөйәрҙәр араһында бигерәк тә ныҡ һиҙелде. Хәҙер улар барыһы ла — бөтөн бер бөтөн, оло фронт ғаиләһе,—тип яҙа социаль селтәрҙә «Ете ҡыҙ» ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова.