#аҡыл
#аҡыл 🌸Ғәли хәҙрәттән бер ваҡыт һорайҙар: "Эй, мөминдәр әмире. Намаҙ ваҡыты килеп еткән һайын нимә тип төҫөгөҙ үҙгәрә, аяҡ-ҡулдарығыҙ ҡалтырай башлай?" - тиҙәр. ⚡ "Намаҙ уҡыуҙы Аллаһ күктәргә лә, ергә лә тапшырмаған, уны ул дини вазифа итеп кешегә тапшырған. Ошо ғибәҙәтте хаталанмай ғына үткәрә алыуым билдәле түгел, шунан ҡурҡам", - тигән Ғәли хәҙрәт. 🔹 Йыуынып, таҙарынып намаҙға әҙерләнгән саҡтарында пәйғәмбәребеҙҙең ейәне Хәсән дә үҙгәреп китә торған була. ⚡ "Аллаһ ҡаршыһына барыу ваҡыты етә", - ти ул. 🔹 Мәсеткә килгән ваҡытында Хәсән: ⚡ "Эй, Раббым! Мин һинең ҡапҡаң төбөндә торам. Гонаһлы ҡолоң һиңә килде. Диндар ҡолдарыңа һин мосолмандарҙың ғына түгел, мөьмин булмағандарҙың да хаталарын һәм ваҡ-төйәк гонаһтарын ғәфү итеп кенә торорға бойорҙоң. Үҙең дә мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе. Минең дә гонаһтарымды ярлыҡай күр!" - тип доға ҡылыр булған. 🕌 "Өс нәмә мосолман бәндәгә ҡотолоу өсөн сәбәп булыр: кешеләрҙең алдында ла, артында ла Аллаһтан ҡурҡа белеү; бәләләр килеп баҫҡанда ла ғәҙеллектән айырылмау; фәҡирлек менән тереклек иткәндә лә, байып киткәндә лә кешеләр менән мөнәсәбәттә урталыҡ тарафынан тайпылмау; сама тигәнде белеү. Өс нәмә бәндәне һәләкәткә алып бара: тыйылып ҡалырға ла мөмкинлек бирмәгән көслө дәрт, ҡомһоҙлоҡ һәм үҙ-үҙеңә генә иҫең китеп йөрөү", - тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.