Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы А...
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейына һәм ижадына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте. Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» конкурсында Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән 70-тән ашыу бәйгесе көс һынашты. Финалға жюри ағзалары тарафынан бөтәһе 26 бәйгесе һайлап алынды, шуларҙан 11 бәйгесе район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә сығыш яһаны. Бәйге шарттарына ярашлы һәр бәйгесе яҡташ шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрендә сағылған тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөүҙе, милли рух ныҡлығын һәм илһөйәрлек сифаттарын белдергән видеопрезентация, шиғыр, йыр һәм театраллаштырылған тамаша аша сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙылар. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф хеҙмәте ветераны Менәүәрә Бохарбаеваның махсус призына Файза Хәлилова, Хәйбулла районы башҡорттар Ҡоролтайының махсус призына Зифа Айҙашева, Хәйбулла районы мәҙәниәт йорто киновидеопрокат һәм телерадиотапшырыуҙар студияһының махсус призына Рәйлә Туҡбаева һәм Венера Иҫәнбаева лайыҡ булдылар. Бәйгенең финалистары араһында интернет селтәрҙәрендә иғлан ителгән «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы Динә Ҡарасоваға тапшырылды. 1-се урын Зулейка Мөхәмәтоваға, 2-се урын Гөлназ Вәлитова һәм Динара Такаловаға, 3-сө урын Эмиль Абдрахманов, Гөлназ Тимербаева һәм Гөлдәр Ҡәйеповаларға бирелде. Гран-при Дипломына хаҡлы рәүештә Зәкиә Ҡадаева лайыҡ булды! Зәкиә Мәхәмәтғәле ҡыҙына төп приз «Һаҡмар» шифаханаһына 10 көнлөк путевка тапшырылды. Һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән «РУХ ЯҘЫУЫ — 2026» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ижады милли рухлы, башҡорт әҙәбиәтендә юғары урын алып тороуын иҫбатланы һәм барыһына ла рух күтәренкелеге өҫтәне. Шиғриәт бәйгеһен район мәҙәниәт йортоноң хеҙмәткәрҙәре сағыу сығыштары менән биҙәне.