🍁Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?
🍁Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға? 🤝Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға... Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ: Һеҙ үҙ-ара мөлкәт бүлешкәндә Бер-берегеҙҙе, зинһар, ҡаҡмағыҙ! 🤝Ни үкенес, әгәр ҡыҙыҡһағыҙ Мал-мөлкәткә, затлы әйберҙәргә, Өйрәнегеҙ, йәндәй туған күреп, Бер-берегеҙҙе тәүҙә ҡәҙерләргә. 🤲Һаулығығыҙ булһын, аҡсаға ни Һатып алып була йөҙ юрған, Тик булмаһын һөмһөҙ әҙәмдәр, тип, Һеҙҙең тарафтарҙан йөҙ борған! 🤲Иманығыҙ булһын. Иманһыҙлыҡ – Ул ҡыуаныс түгел, ҙур ғәрлек! Изге эштәр күберәк башҡарығыҙ, Бәндәселек менән ҡайсаҡ ҡылған Бар гөнаһтар өсөн түләрлек. 🤲Балаларым! Китеп барһам әгәр, Кәфендәргә мине төрөгөҙ, Риза булһын һеҙҙән Хаҡ Тәғәлә, Тыуып ҡына үҫкән ерегеҙ. 🤝Риза булһын халҡым! Ейәндәрем Туған телдең бәҫен һаҡлаһын! …Бер көн килеп әгәр Әжәл ҡаҡһа Мин йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын, 🤝Илашмағыҙ. Үкенерлек булмаҫ, Әйткәнемде теүәл тотһағыҙ! Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға? Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ… Зөлфиә Ханнанова