❤Ҡотлайбыҙ!
❤Ҡотлайбыҙ! 9 октябрҙә Сибай ҡалаһында Михай менән Яҙгөл Ботнарь ғаиләһендә игеҙәк ҡыҙҙар Йәсминә менән Сабина донъяға килгән. Ҡыҙҙарҙы алты йәшлек Динис ағайы һәм дүрт йәшлек Алиса апайы бар . Күп балалы ғаиләгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре сабыйҙарҙың тыуыуы тураһында таныҡлыҡ менән бергә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ата-әсәләргә һәм балаларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ғаилә йылыһы теләйбеҙ.