Хушлашыу һүҙе
Хушлашыу һүҙе Иҫке Сибайҙан ҡайғылы хәбәр килде: яҡташыбыҙ, журналист, шағир Мотал Зәкирйән улы Рәмов вафат булған. Мотал Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Йомағужа урта мәктәбендә урта белем ала. Артабан армия хеҙмәтенә саҡырыла. Ә хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ балалар матбуғатына, район гәзитенә яҙыша башлаған, армиянан хәбәрҙәр ебәреп торған егетте, һалдат формаһын алыштырғанын да көтмәй, район гәзитенә эшкә саҡырҙыҡ. Тәржемәсе, хәбәрсе, хаттар бүлеге мөдире булып байтаҡ йылдар эшләне ул редакцияла. Ошонда уның тағы бер һәләте – шағирлыҡ таланты асылды. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамланы. Редакцияла үҙе кеүек ҡәләм тибрәтеүселәрҙе туплаған “Шишмәләр” әҙәби түңәрәген ойоштороуҙа ла Моталдың хеҙмәт өлөшө ҙур булды. Артабан Мотал Зәкирйән улы үҙен Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында мәҙәниәт йорто директоры булараҡ – мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йылайырҙағы һөнәрселек училищеһында, Сибай ҡалаһындағы “Ирәндек” лицийында, 8-се мәктәптә, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында – тәрбиәсе һәм уҡытыусы, Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе булараҡ – сценарийҙар авторы итеп танытты. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Мотал Зәкирйән улы һәр ерҙә барыһы менән дә уртаҡ тел таба белде, дөйөм эш өсөн көсөн дә, дәртен дә йәлләмәне, янып эшләне һәм ижад итте. Уның 1999 йылда Сибай ҡалаһы буйынса “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” булып танылыуы, 2000 йылда һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары тәрбиәселәре араһында республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Гран-при яулауы, 2005 йылда Волга буйы республикаларында йәшәүсе ҡәләм тирбәлтеүселәрҙең Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестиваленең номинанты, ә 2017 йылда уның лауреаты булыуы – үрҙә әйтелгәндәргә асыҡ дәлил. 2016 йылда Мотал Рәмовтың “Рәхмәт һиңә, тыуған ерем!” шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Ә быйыл йәй ул Сәләх ауылының 100 йыллығына арнап сығарған “Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйек” тигән китабын ҡулына алып ҡыуанғайны. Моталдың күп кенә шиғырҙарына композиторҙар йырҙар яҙҙы. Ижади пландары ҙур ине әле уның. Әммә ҡәһәрле сир көслөрәк булып сыҡты. Мотал Рәмов тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. “Коммунизм өсөн” – “Ауыл уттары” гәзиттәрендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәре исеменән – Фәрит МОРТАЕВ, матбуғат ветераны.