📌 Уҡытыусылар һүҙен 2050 йылда беләсәкбеҙ.
📌 Уҡытыусылар һүҙен 2050 йылда беләсәкбеҙ. Мәләүез ҡалаһының Дан бульварында быйыл ҡуйылған Уҡытыусы һәйкәленә ваҡыт капсулаһын һалғандар. 🔹 Тантанала район уҡытыусылары һәм педагогия хеҙмәте ветерандары ҡатнашҡан. Киләсәк быуындар мөрәжәғәтте 2050 йылда асып уҡыясаҡ. 📍 Әйткәндәй, Уҡытыусы һәйкәлен "Уңайлы ҡала шарттарын булдырыу" федераль проекты сиктәрендә эшләгәндәр. Унда ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы һынландырылған, стелалағы яҙыуҙа Николай Некрасов һәм Мостай Кәрим шиғырҙарынан өҙөк килтерелгән.