📌 "Дим биҙәктәре" - Миәкә бренды
📌 "Дим биҙәктәре" - Миәкә бренды Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә бер көндә 248 кеше сығыш яһаған. Быға "Дим биҙәктәре" фольклор коллективтарының республика фестиваль-конкурсы булышлыҡ иткән. 📍 Сараға Бишбүләк, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Миәкә райондарынан 16 коллектив килгән. Уларҙы компетентлы жюри баһалаған. Береһенән-береһе һәләтле, сағыу, үҙенсәлекле сығыштар араһында еңеүсене һайлауы бик еңелдән булмаһа ла, һис шикһеҙ, иң лайыҡлылар билдәләнгән. 🏆 Гран-приҙы Миәкә районынан "Дим биҙәктәре" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле яулаған, етәксеһе Әнисә Шәйһәрҙәнова; 🥇 1-се урын - Бишбүләк районы Баҙлыҡ күп функциялы ауыл клубының "Çăлкуç" ("Шишмә") сыуаш халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Ирина Игнатьева; 🥈 2-се урын - Стәрлебаш районынан "Ибраҡай таңдары" халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Әнисә Мөхәмәтйәнова; 🥉 3-сө урын - Туймазы районы Төмәнәк ауылы мәҙәниәт йортоноң "Төмәнәк" татар халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Раушания Зарипова. 🥉3-сө урын - Миәкә районынан "Әхирәттәр" татар фольклор коллективы, етәксеһе Гөлсәсәк Ҡадирова. 🔹 Шулай уҡ "Урындағы башҡарыу йолаларының үҙенсәлеген һаҡлаған өсөн" номинацияһында бүләкләнеүселәр билдәләнгән. Сәмле һәм фәһемле конкурстан һуң, бик файҙалы түңәрәк ҡорға йыйылып, тәжрибә уртаҡлашҡандар, уртаҡ мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булған. 💯 "Бөтә еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым! Яңы ижади үрҙәр, һүнмәҫ илһам һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем. Йәнтөйәгебеҙҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәт", - ти Миәкә районы хакимиәте башлығы Наил Ғүмәров.