📌"Ғарипов уҡыуҙары - 2026" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡыралар.
📌"Ғарипов уҡыуҙары - 2026" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға саҡыралар. Фәнни сара 2026 йылдың 28 октябрендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтә. 💯 Ғилми мәҡәләләрҙе 15 октябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. 2026 йылдың 30 ноябрендә йыйынтыҡтың донья күреүе көтөлә. "Ғарипов уҡыуҙары"на Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, уҡытыусылар, докторанттар, аспиранттар, дәғүә итеүселәр, ғилми етәкселәре менән авторҙаш магистраттар һәм бакалаврҙар ҡатнашырға саҡырыла. Конференция ситтән тороп үтә. 📍 Ғилми эштәрҙең төп йүнәлештәре: 🔹 дөйөм һәм төбәк тел ғилеменең актуаль мәсьәләләре; 🔹 рус телен дәүләт, туған тел булмаған осраҡта һәм сит тел булараҡ өйрәнеү һәм уҡытыу мәсьәләләре; 🔹 рус әҙәбиәте, Рәсәй халыҡтары һәм сит илдәр әҙәбиәттәре мәсьәләләре һәм перспективалары; 🔹 гуманитар тикшеренеүҙәр: Евразия халыҡтарының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге. ❓ Нисек ҡатнашырға: 🔹 дистанцияла (онлайн бәйләнеш ярҙамында доклад яһау); 🔹 ситтән тороп (мәҡәлә баҫтырыу); 🔹 дистанцион-ситтән тороп (сығыш яһау һәм мәҡәлә баҫтырыу). Конференция һөҙөмтәһендә eLIBRARY.RU фәнни электрон китапханаһында индексацияланған һәм РИНЦ исемлегенә индерелгән электрон мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрәсәк. 📍 Тулыраҡ мәғлүмәт М. Аҡмулла исемендәге БДПУ сайтында: 🔗 bspu.ru/news/43981