🌟 Студент бер йылға махсус контракт төҙөгән — 6 сентября 2026 г. в 05:45:38.549
🌟 Студент бер йылға махсус контракт төҙөгән БПЛА ғәскәрендә хеҙмәткә нисек әҙерләйҙәр? 🛑 Яҡташыбыҙ, Рәсәй технология университетындағы Киберхәүефһеҙлек һәм һанлы технологиялар институтының 4-се курс студенты, академия ялы алып, Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус контракт төҙөгән. 🛩️ Хәҙер ул пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт башлар алдынан уҡыуҙар үтә. 🛑 "Блиндаждарҙа йәшәнек. Тәүҙә, әлбиттә, шарттарға күнегергә тура килде, бер нисә көндән барыһына ла өйрәнеп киттек. Бөтәһе лә үҙеңдән тора, - ти ул. - Пилотһыҙ аппараттарҙы бөтә яҡлап үҙләштерәбеҙ, был йәһәттән теоретик дәрестәр ҙә, ғәмәли күнекмәләр ҙә остаздар тарафынан бик файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп уҙғарыла. Бындай төплө белем бер көнлөк түгел, ул киләсәктә лә - граждандар тормошонда ярҙам итәсәк. Мин Рәсәй Оборона министрлығы менән бер йылға махсус контракт төҙөнөм, артабан университетта белем алыуҙы дауам итәсәкмен, тимәк, әлеге тәжрибәм уҡыуымда ла кәрәгәсәк, үҫешкә булышлыҡ ҡыласаҡ". 📍Сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" төркөмө.

