⭐Республикабыҙҙан ике вәкил ҡатнаша — 4 октября 2026 г. в 04:38:46.372
⭐Республикабыҙҙан ике вәкил ҡатнаша ✨Владивостоктағы Алыҫ Көнсығыш университетында Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйындарында илдең 200-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар төп мәсьәләләрҙе, шулай уҡ Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында һөйләшә. Ә ассоциацияның үҙенә 40 меңдн ашыу вәкил ҡарай. Иҫтәлеккә арналған сессия Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен аямаған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алыуҙан башланды. ✨Башҡортостан исеменән республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Павел Ярмоленко сығыш яһаны. Был йыйындар Владивостокта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Тутнев башланғысы менән ойошторола. ✨Павел Ярмоленко – махсус тәғәйенләнешле эске ғәскәрҙәр һәм махсус хәрби операция ветераны. Демобилизацияланғандан һуң ул махсус хәрби операция ветерандарының “Барс” йәмәғәт ойошмаһын ойошторған. 📍Фото: “Юшатыр” гәзитенән. 📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!