⭐ Мобилизация резервын тулыландырыу — 4 октября 2026 г. в 09:58:49.724
⭐ Мобилизация резервын тулыландырыу Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ингән ирекмәндәр төркөмө мобилизация резервына юлланды. ✨Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов билдәләүенсә, яңы хәрбиҙәр Владимир өлкәһендә махсуслаштырылған әҙерлек үтәсәк, шунан һуң сәнәғәт объекттарын һаҡлау һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үтәүгә тотонасаҡ. ✨Район башлығы коллегаларының ҡарарын юғары баһаланы, уларҙың яуаплылығын һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. ⚡Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация резервына инергә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. ☎Башҡортостан хәрби комиссариатының белешмә телефондары: +7 (347) 276-59-69 һәм +7 (347) 273-37-00. 📍Фото: Киров район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. 📌Беҙ МАХ-та | ВК-ла!