📌Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы — 4 октября 2026 г. в 12:51:02.294
📌Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында сәнәғәт, энергетика, инновацион эшмәкәрлек, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев эш һөҙөмтәләре һәм төп үҫеш йүнәлештәре тураһында һөйләне. Һуңғы ете йылда Башҡортостандың сәнәғәт комплексы бер нисә ҡатмарлы шарттарҙа эшләне. Пандемия осоронда төбәк предприятиелары медицина продукцияһы сығарыуҙы арттырҙы һәм вакциналар етештереүҙе ойошторҙо. 2022 йылдан алып сәнәғәт санкция сикләүҙәренә яраҡлаша, шул иҫәптән – етештереү процестарын үҙгәртеп ҡороу һәм предприятиеларҙың дәүләт оборона заказын үтәүҙә ҡатнашыуы иҫәбенә. Һуңғы ике йылда пилотһыҙ аппараттар һөжүме шарттарында ла сәнәғәт объекттарының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү өҫтәмә талап булып тора. Шул уҡ ваҡытта, Александр Шельдяев билдәләүенсә, донъя баҙары шарттарының үҙгәреүе технологик үҫеште, ғәҙәттәге етештереүҙе киңәйтеүҙе һәм яңы тауарҙар етештереүҙе дәртләндерә. Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса алдынғы позицияларҙы һаҡлай. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына 41 төбәктән 355 предприятиены берләштергән 31 кластер берләшмәһе индерелгән. Республикала шулай уҡ 20 технопарк һәм 14 индустриаль парк булдырылған, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы үҫешә. 📍Тулыһынса :https://bashgazet.ru/articles/i-tid/2026-10-02/atmarly-sharttar-eshk-amasaulay-almany-4834791