❤️🩹 Яу, яралар һәм өмөт тураһында
❤️🩹 Яу, яралар һәм өмөт тураһында 🤝 Күркәм йорттоң икенсе ҡатында, балалар йоҡлаған арала, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрби хирург, медицина батальоны начальнигы Артур Закирйән улы менән әңгәмәләшәбеҙ. Был юлы ул күберәк яҡындары эргәһендә булырға тырышҡан. – Әсәй янына Ейәнсураға ҡайтып килдек, һәләк булған өс туған ҡустымды ерләштем. Әйткәндәй, атайым Закирйән Ғайнислам улы һеҙҙең коллегагыҙ ине, Сибай радиоһында эшләне. Өй эргәһендә төҙөлөш тамамланмаған, тирә-яҡты рәткә килтерҙем. Ҡайтҡан һайын ҡойма тышында ағастар ултыртабыҙ. Аҡ халатлы хеҙмәттәштәремә рәхмәт: үҙем өйҙә булмағанда ишек алдында үҫкән бесәнде сабып, ҡулдан килгәнсә ғаиләмә ярҙам күрһәтәләр, – тип һөйләй ул. – Нимәгә мохтажлыҡ кисерәһегеҙ? – Махсус хәрби операция башланғандан алып икенсегә осрашырға насип булғанға, яҡын күреп, әңгәмәне ошо һорау менән башланым. Артур йылмая: – Һуңғы ваҡытта тәьмин ителеш яҡшырҙы. Яҡташ ирекмәндәр ҙә ярҙамдан өҙмәй: Күмертауҙан Валерий Рахман гуманитар ярҙам ташый, Әмир Биктимеров “буханка” УАЗ-игы килтерҙе. Үҙем менән бер ни алып китә алмайым: самолёт менән ҡайттым. Башта, 2022–2024 йылдарҙа, ауыр ине. 1 октябрҙә повестка тотторҙолар, 2-һе юлға сыҡтым. Октябрь башында Луганск Халыҡ Республикаһында эшләй башланым, – ти нисә тапҡыр ялға ҡайтҡанының иҫәбен юғалтҡан табип. ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!