💥Башҡортостанда тағын бер йәй етә
💥Башҡортостанда тағын бер йәй етә ☀️Башҡортостанда алдағы көндәрҙә термометр бағанаһы +22 градус билдәһендә була. Башгидромет синоптиктары көтөлмәгән фараз бирҙе. 💯Төбәккә йәйге йылы ҡайта. Асылда, был икенсе әбейҙәр сыуағы. 13 һәм 14 октябрҙә температура +22 градусҡа тиклем күтәреләсәк. 🌺Алдағы көндәрҙә төнгө температура +1-ҙән +9 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Ҡайһы бер райондарҙа -4 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Яуым-төшөм булмаясаҡ. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!