Перейти к содержимому
Максиметер

‼️Беренсе ҡар яуыр көн билдәле

‼️Беренсе ҡар яуыр көн билдәле Быйыл Башҡортостанда көҙ ҡыуандырҙы. Йәйге йылылыҡ сентябрь һәм октябрҙең ике декадаһында тиерлек һаҡланды. Әммә ошо көндәрҙә республикаға ысын көҙ килде. Хәҙер күптәрҙе тәүге ҡарҙың ҡасан яуыуы ҡыҙыҡһындыра.   🍁“Фобос” үҙәге синоптиктары фекеренсә, әлегә һыуыҡтар һәм ҡар тураһында уйларға иртәрәк. Октябрь аҙағына тиклем республикала сағыштырмаса йылы һәм ҡояшлы һауа торошо торасаҡ. Көндөҙ һауа +10, +12 градусҡаса йылына, төндә +5, +7 градус була.   ❄Ноябрь башында һыуытасаҡ. Һауа температураһы 0, +2 градусҡаса түбәнәйәсәк, ямғырлы буласаҡ. Төбәктә тәүге ҡар 7-9 ноябрҙә фаразлана, был көндәрҙә температура нулдән түбән төшәсәк. Ләкин унан һуң кире йылыта, йәғни ҡар әле генә ятмаясаҡ.   Фото: Әлиә Хужәхмәтова.   "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

2 336 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 924 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.