Перейти к содержимому
Максиметер

⚡️Дуҫтар, һөйөнөслө яңылыҡ!

⚡️Дуҫтар, һөйөнөслө яңылыҡ! 👰 Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар уйнатабыҙ! 2027 йылдың тәүге ярты йыллығына "Башҡортостан"ға яҙылып квитанцияһын ебәреүселәр араһында башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар уйнатабыҙ. Еңеүсене  рандомлы һайлап алыу юлы менән билдәләйәсәкбеҙ. 🎁 Ә һуңынан ошо уҡ квитанциялар тағы ике уйында ҡатнашасаҡ! Ғинуар айында редакция "Яҙыл да бүләк от!" лотереяһын үткәрә. Унда бүләккә көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр ҡаралған. Һуңынан иһә БСТ каналында тура эфирҙа "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто йәнә үҙенең бүләктәрен отторасаҡ. Бер түгел, өс мөмкинлек! Ә иң мөһиме – яратҡан гәзитегеҙ аҙна һайын һеҙҙе һөйөндөрөр! 🤝 Әйҙәгеҙ, дуҫтар, осһоҙораҡ булғанда яҙылып ҡалайыҡ! Белеүегеҙсә, баҫмабыҙға почта бүлексәләрендә, шулай уҡ  https://podpiska.pochta.ru һәм https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайттарында яҙылырға мөмкин. Бер йылға  1260 һум торған электрон яҙылыуҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ ошо һылтанма буйынса үтеп башҡара алаһығыҙ. ❗️Уйында электрон вариантҡа ла, ҡағыҙ баҫмаға яҙылғандар ҙа бер тигеҙ ҡатнаша.

1 906 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 924 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.