⭐ЯРҘАМ ӨСӨН ТҮЛӘРГӘ КӘРӘКМӘЙ
⭐ЯРҘАМ ӨСӨН ТҮЛӘРГӘ КӘРӘКМӘЙ Яҡыны МХО-ла булғанда, кеше һәр хәбәрҙе көтөп йәшәй. Ошо мәлдә "ярҙам" тәҡдим итеп аҡса һорағандар ҙа табыла. Ә кәрәкле ярҙамды бушлай алыу мөмкин. 🛑Һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм яугирҙәр үҙҙәре йыш ҡына юристарға һәм "эҙләүселәргә" мөрәжәғәт итә. Ундай хеҙмәт өсөн аҡса талап ителә. Әммә кәрәкле ярҙамды дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында бушлай алырға була. 🛑Иң беренсе мөрәжәғәт итә торған урын — йәшәгән ере буйынса хәрби комиссариат. Унда яугир тураһында белешергә, кәңәш һорарға, эҙләү буйынса мөрәжәғәт яҙырға мөмкин. Контракт төҙөгәндә йәки мобилизация ваҡытында ғаиләләргә хәрби часть, командир, взвод һәм замполит телефондары яҙылған ҡағыҙҙар бирелгән булған. Ошо номерҙарға шылтыратып, яугирҙең ҡайҙа икәнен белеп була. 🛑Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү менән Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторолған структуралар ҙа эш алып бара: улар мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә, системалаштыра һәм башҡарыуға бирә. Республикала хәбәрһеҙ юғалған МХО ҡатнашыусыларын эҙләү буйынса эш төркөмө лә эшләй. 📌Юридик мәсьәләләр һәм түләүҙәр "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды бушлай юридик ярҙам күрһәтә һәм эште аҙағына тиклем алып бара. Шундай уҡ ярҙамды Оборона министрлығының социаль үҙәктәре һәм ведомство-ара комитеттар ҙа бирә. Хәрби хеҙмәткәр хәрби-табип комиссияһы ҡарарына ризалашмаһа, хәрби прокуратураға мөрәжәғәт итә ала. 🛑Федераль түләүҙәрҙе хәрби часть рәсмиләштерә, ә республика түләүҙәре Күп функциялы үҙәктәр аша үтә. Түләүҙә хата киткән осраҡта ла хәрби часть ярҙам итә ала. Башҡортостандағы “Ватан яугирҙәре ғаиләләре” комитеты һорауҙарға яуап бирә һәм алдағы аҙымдарҙы, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлата. Район һәм ҡала хакимиәттәре, ирекмәндәр штабтары һәм берекмәләр ҙә кәңәш бирергә әҙер. 🛑Телефон аша яҡыныңды күргәнен әйтеп, әйберҙәрен тапшырырға вәғәҙә биреп йәки алмашыуға индерәм тип аҡса һорағандарға ышанырға ярамай. Яугирҙең исемен, документтарын һәм хәрби часть мәғлүмәттәрен йәмғиәт селтәрендә ҡалдырмағыҙ. Ҡағиҙә ябай: рәсми урындарҙа ярҙам бушлай бирелә. 📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.