Перейти к содержимому
Максиметер

⚡️Алан Марзаев МХО-ға киткән

⚡️Алан Марзаев МХО-ға киткән   📍Оҙайлы ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителеүгә хөкөм ителгән Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Алан Марзаев Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операция зонаһында. Был хаҡта уның “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә хәбәр ителә.   Шул уҡ постта Марзаев үҙенең ғәйепһеҙлеген раҫлауын дауам итә һәм Рәсәй Федерацияһының Юғары судына кассацион ялыу ебәргәне тураһында хәбәр ителә.   ✅Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл августа Һамарҙағы Алтынсы кассация суды үҙенең ҡарары менән Алан Марзаевҡа беренсе инстанция суды тартып алған маҡтаулы исемдәрен һәм наградаларын кире ҡайтарҙы, әммә 13 йыллыҡ срокты көсөндә ҡалдырҙы. 2025 йылдың ноябрендә Өфөнөң Ленин районы суды Алан Марзаевты ришүәт алыуҙа ғәйепле тип таба һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға һәм 561 миллион һум күләмендә штрафҡа хөкөм итә.

1 723 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.