💥 Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш-2026: Башҡортостан Башлығына һорауыңды бир
💥 Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш-2026: Башҡортостан Башлығына һорауыңды бир ☝11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш башлана. Һеҙ төбәк етәксеһенә һеҙҙе, ғаиләгеҙҙе йәки ауыл-ҡалағыҙҙы борсоған һорауҙар менән туранан-тура мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. ❓Һорауҙы нисек бирергә? Уңайлы ысулды һайлағыҙ. 🔹 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru 🔹 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/14193/ 🔹 Чат-боттар аша: – МАХ милли мессенджерында: https://max.ru/glavarb_pl_bot – «Бәйләнештә» социаль селтәрендә: https://vk.me/glavarb_pl_bot – «Класташтар» социаль селтәрендә: https://ok.ru/group/70000042373707/messages 🔹 Башҡортостан Республикаһының Ситуация үҙәге аша 218-19-19 йәки 122 (өҫтәмә һан 5) телефондарына шылтыратып. ❓ Видеоһорауҙы нисек яҙҙырырға: 🔹 Исем-шәрифегеҙҙе, ауылығыҙ йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы атап, һорауығыҙҙы бирегеҙ. Ролик бер минуттан да артмаһын. Аҙағында һорауығыҙҙың Радий Хәбировтың 2026 йылғы тура бәйләнешенә икәнлеген мотлаҡ әйтегеҙ. Видеояҙмалар 10 ноябрҙә киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә. ❗️ Тура бәйләнеште 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиоһы эфирҙарында һәм Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә күҙәтергә мөмкин.