Тары ҡоймағы — 15 июня 2026 г. в 04:28:42.072
Тары ҡоймағы 1 стакан тары ярмаһына 3 стакан һыу ҡойоп, иҙелеп кенә торған бутҡа бешерергә. Ярты стакан һөткә шәкәр, сүпрә, он һалып, 30 минут әсетергә лә, бутҡаға ошо массаны, өс йомортҡаны, ярты стакан һөт, 2 стакан он,тоҙ ҡушып, тағы ҡабартып алырға. Ике сәғәттән ҡоймаҡты бешерергә лә була. Материал, фото "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

