Мал ҡыуғанда һөйләшәләр: — 15 июня 2026 г. в 02:30:59
Мал ҡыуғанда һөйләшәләр: - Хәлдәрең нисек, һаумы? - Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп, Һыйырым быҙауланы! - Утын, бесәнең еттеме, Мал-тыуарың именме? - Һыйыр һауырға беләме, Ҡайҙан алдың киленде? Ауылда тормош башлана Иртән ҡара таң менән. Ауыл кешеһе шул инде — Көнитмеше мал менән. Көтөү ҡыуғанда ҡатындар Сәғәттәр буйы тороп Һөйләшәләр, хәбәрҙәре — Әлеге шул май-ҡорот. - Кемдең күпме һыйыры бар, Ҡасҡанмы, ҡасмағанмы? - Данил һыйыр эҙләй ине, Тапҡанмы, тапмағанмы?.. Кәңәшләшәләр: һәр өйҙән Аҡса йыйырға кәрәк, Һыйырҙарҙы ҡасырырға Тоҡом үгеҙе кәрәк. Ауыл осонда йыйылып, Әңгәмә ҡора ир-ат. Һөйләшәләр: иртән кемгә Көтөү көтөргә сират. Ауылдарҙа күнегелгән Көндәлек ығы-зығы — Ауылда ғүмер итеүҙең Тап шунда шул ҡыҙығы! Ауыл кешеләре ябай, Илгәҙәк тә, алсаҡ та (Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙ Ҡалаларға ҡасһаҡ та). Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашып, Татыу ғүмер итәйек. Алтын бирәм тиһәләр ҙә, Ауылдарҙан китмәйек! Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл, Урап үтһен ел-дауыл. Мал тиҙәгенә батһа ла, Йәшәһен, тием, ауыл! Тәнзилә Йәнтилина. Фото Д. Калимуллин